Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 1:11 - Изге Яҙма

11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 1:11
19 Referencias Cruzadas  

ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға,


Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?


Ахмаҡтың теле ыҙғыш ҡуптара, ауыҙы туҡмаҡҡа сәбәп була.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Әгәр бер-берегеҙҙе кимереп, этләшеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.


Бына Яҡуп ғаиләһенең тарихы. Йософҡа ун ете йәш ине. Ул үҙенең ағалары – атаһының ҡатындары Билһа һәм Зилпанан тыуған ағалары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо.


Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине: – Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә.


Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.


Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ.


Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.


Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios